Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь , 13:00

Рәсәйҙә ғаиләләргә декабрь өсөн «балалар аҡсаһы» 25 декабрҙә күсә

Был хаҡта Рәсәйҙең Социаль фондынан хәбәр иттеләр.

Рәсәйҙә ғаиләләргә декабрь өсөн «балалар аҡсаһы» 25 декабрҙә күсә
Рәсәйҙә ғаиләләргә декабрь өсөн «балалар аҡсаһы» 25 декабрҙә күсә

Бына ул пособиелар:

17 йәшкә тиклемге балаларға һәм йөклөлөк буйынса берҙәм пособие,

- эшләмәгән ата-әсәгә баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособие,

- 3 йәшкә тиклемге беренсе балаға айлыҡ пособие,

- саҡырылыш буйынса хәрби хеҙмәткәрҙең балаһына айлыҡ пособие,

- баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособие (декретта ултырған ата-әсә йәки эшләп йөрөгән ата-әсә исеменә юлланған).

«Аҡса көн дауамында күсә. Әгәр иртән пособие килмәһә, кискә тиклем көтөргә кәрәк.

Почта аша иһә түләү ғинуарҙа башҡарыла һәм Рәсәй почтаһы бүлексәләренең эш графигы буйынса 25-енә тиклем дауам итә.

Шулай уҡ ғаиләләргә әсәлек капиталынан 3 йәшкәсә балаларға айлыҡ түләү 25 декабргә тиклем күсерелә», — тип хәбәр иттеләр Рәсәй Социаль фондының матбуғат хеҙмәтенән.

 

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина

Автор:
Читайте нас: