Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь , 17:30

Рәсәй иҡтисадында хәл тотороҡло һәм ышаныслы

Рәсәй Президенты Владимир Путин менән тура бәйләнеш башланыр алдынан матбуғат хеҙмәте етәксеһе Дмитрий Песков һорауҙарҙы ҡыҫҡа итеп биреүҙе һораны. Мәғлүм булыуынса, сара башланғанға тиклем 2 миллион 200 мең мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Социаль блок, махсус хәрби операцияға ҡағылышлы һорауҙар күп килгән.

Рәсәй иҡтисадында хәл тотороҡло һәм ышаныслы
Рәсәй иҡтисадында хәл тотороҡло һәм ышаныслы

Президент менән тура бәйләнеште “Беренсе” каналдың хәрби корреспонденты Дмитрий Кулько һәм Бөтә Рәсәй дәүләт телевидениеһы һәм радиотапшырыуҙар компанияһы  алып барыусыһы Александра Суворова алып бара.

Тура бәйләнеш Александра Суворованың һорауынан башланды. “Бөгөнгө донъя иҡтисады шарттарында Рәсәй нисек бирешмәй, алға бара?” – тип һораны коллегабыҙ.

“Барыһы ла тыныс булғанда, беҙгә күңелһеҙ. Хәрәкәт башланһа, беҙ ҡурҡабыҙ”, – тип белдерҙе Владимир Путин. Ике йыл эсендә Рәсәй иҡтисады үҫеше һигеҙ процент самаһы тәшкил итте, тип белдерҙе ул.

“Рәсәйҙә 2024 йылда эш хаҡы туғыҙ процентҡа артҡан. Рәсәй иҡтисадында хәл тотороҡло һәм ышаныслы, 2025 йылда эске тулайым продукттың үҫеше 2-2, 5 процент тәшкил итәсәк. Рәсәй иҡтисадының үҫешен Көнбайыш күрһәткестәре менән сағыштырып әйткәндә, уларҙа ул тиклем уңышлы түгел”, – тип белдерҙе Владимир Путин.

Владимир Путин: “Рәсәй иҡтисадының үҫеше - илдең суверенитеты һөҙөмтәһе”, – тип атаны.

Әле лә “Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары” Сall-үҙәгенә граждандарҙан мөрәжәғәттәр ҡабул итә. Президентҡа мөрәжәғәтте 8-800-200-40-40 телефоны аша, 0-40-40 номерына бушлай СМС-хәбәр менән, текст йәки видеояҙма рәүешендә moskva-putinu.ru сайтында, шулай уҡ программаның “Бәйләнештә” һәм “Класташтар” социаль селтәрҙәрендәге рәсми төркөмдәрендә бирергә була.

 

Фото: скриншот.

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас: