Новости
19 Декабрь 2024, 09:00

Рәсәйҙә 2024 йылда йәш ғалимдарға премиялар түләү ҡаралған

2024 йылда йәш ғалимдарға Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте премияларын түләү өсөн мәғариф өлкәһендә — 8 миллион һум, фән һәм техника өлкәһендә 10 миллион һум йүнәлтелә.

Рәсәйҙә 2024 йылда йәш ғалимдарға премиялар түләү ҡаралғанРәсәйҙә 2024 йылда йәш ғалимдарға премиялар түләү ҡаралған
Рәсәйҙә 2024 йылда йәш ғалимдарға премиялар түләү ҡаралған

Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған тейешле бойороҡ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет порталында баҫылған.

Бынан алдараҡ Башҡортостан йәш ғалимдарға төбәк ярҙам саралары рейтингында беренсе урынды алды. Уның һөҙөмтәләре менән «Сириус» үҙәгендә IV Йәш ғалимдар конгресында Дәүләт Думаһының фән һәм юғары белем буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Александр Мажуга таныштырҙы.

 

Фото:Радий Хәбировтың телеграм-каналы

Автор:Эдуард Кускарбеков
Читайте нас