Рәсәй Президенты Владимир Путин менән тура бәйләнеш ваҡытында Курс өлкәһе яҙмышына ҡағылышлы һорауҙар бирелде.
Президент, Рәсәй Курск өлкәһенән бөтәһен дә ҡыуып сығарасаҡ, тине. Уның ваҡыты тураһында фекерҙәре бар, әммә аныҡ датаны әйтә алмауын,ү белдерҙе.
Владимир Путин тура бәйләнеш аша Курск өлкәһендә торлаҡты тергеҙеүгә сертификаттар биреләсәге хаҡында хәбәр итте. Ул был төбәктәге бөтә объекттар, торлаҡ һәм инфраструктура тергеҙеләсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм зыян күргән төбәктә йәшәүселәрҙең үҙҙәренә тейешле бөтә нәмәне аласағын билдәләне.
“Курск өлкәһенең яңы етәксеһе (төбәк башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Хинштейн) кешеләр менән эшләй белә, ул тәжрибәле кеше”, – тине белдерҙе Владимир Путин.
Шулай уҡ Курск өлкәһендәге яугирҙәргә түләүҙәр менән бәйле хәлде төҙәтергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәғлүм буылуынса, улар әле уны контртеррористик операция режимы өсөн ала, ә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы булараҡ түгел.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.