Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә, бигерәк тә һәләк булған геройҙарҙың яҡындарына ярҙам итеү, балаларҙы бәләкәй саҡтан туған телгә өйрәтеү, башҡорт бейеүе көнөн булдырыу, С.Юлаев һәйкәлен яңыртыу кеүек мөһим һорауҙарҙы күтәреп сыҡты. Радий Фәрит улы шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ярҙам күрһәткән, улар тураһында материалдар яҙған яҙыусыларға һәм актерҙарға, йырсыларға рәхмәтен еткерҙе.
- Ысынлап та Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөнгө көндәге тормош өсөн булған иң мөһим проблеманы күтәрҙе. Ул МХО-лағы яҡташтарға, унда геройҙарса һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. Минеңсә, был мөһим, кәрәкле тема, сөнки яугирҙарҙы һәм уларҙың яҡындарын оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Һәм Рәдий Фәрит улы Ҡоролтайҙа МХО-ла ҡатнашҡан яҡташтарға һәйкәл асыу тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Минеңсә, Башҡортостан Башлығы әйткән икән, тимәк оҙаҡламай Өфөнөң матур урынында ошо һәйкәл барлыҡҡа киләсәк, - тип үҙ фекерен белдерҙе унда ҡатнашыусы Ишембай телевидениеһы дикторы, журналисы Хәнә Мәҡсүтова.