Новости
11 Декабрь 2024, 10:00

Башҡортостанда ҡышҡы каникул көндәре билдәле булды

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡышҡыһын уҡыусыларҙы 14 көнлөк ял көтә.

Башҡортостанда ҡышҡы каникул көндәре билдәле булдыБашҡортостанда ҡышҡы каникул көндәре билдәле булды
Башҡортостанда ҡышҡы каникул көндәре билдәле булды

Белем биреү учреждениеларында каникулды 2024 йылдың 30 декабренән алып 2025 йылдың 12 ғинуарына тиклем билдәләргә тәҡдим ителде. Модулле белем биреү ғәмәлгә ашырылған мәктәптәрҙә (биш уҡыу аҙнаһы) ҡышҡы каникул – 29 декабрҙән 8 ғинуарға хәтлем.

Каникул көндәре тураһында мәктәптең рәсми сайтында белергә мөмкин.

 

Фото: https://vk.com/club176528631

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас