Республика Хөкүмәтенең тейешле ҡарары рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Шулай итеп, федераль түләүҙәр һәм муниципалитет өҫтәмәләре менән бергә, яңы контрактсыларға бер юлы 1305000 һум, һуңынан ай һайын 210 мең һум аҡса түләнә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандан махсус операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына шулай уҡ 40-тан ашыу ярҙам сараһы ҡаралған, шул иҫәптән бушлай уҡыу, ер участкалары, шифаханаларға юлламалар һәм башҡалар. Ошо хаҡта тулыраҡ бында уҡығыҙ.
Рәсәй Президенты Владимир Путин хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ваҡытында түләнмәгән бурыстарын ғәмәлдән сығарыу тураһында законға ҡул ҡуйҙы. 2024 йылдың 1 декабрендә закон үҙ көсөнә инде.