Новости
2 Декабрь 2024, 17:18

Башҡортостан Башлығы Юлай Ильясовҡа МХО-лағы хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Юлай Ильясовты генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләне. Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы контракт ваҡыты тамамланыуға бәйле махсус хәрби операциянан ҡайтты һәм йәнә муниципалитет хакимиәте башлығы вазифаһында эшләй башланы.

«Юлай Талха улы бер йыл махсус хәрби операцияла ҡатнашты, ауыр хәрби бурыстарҙы үтәне. Һәр ваҡыт бәйләнештә булды, яуҙаштары хаҡында һөйләй торғайны. Беҙ һеҙгә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Муниципаль хеҙмәткәр, чиновник булараҡ, шундай етди ҡарар ҡабул иттегеҙ һәм ир-егеттәребеҙгә ярҙам итергә юлландығыҙ», — тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарған Азамат Сәйфуллинға ла рәхмәт әйтте.

Автор:Эдуард Кускарбеков
Читайте нас