Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь , 15:07

Яугир тыуған ауылының балалар баҡсаһына 25 саңғы һәм 100 мең һум аҡса ебәргән

Әбйәлил районынан махсус операцияла ҡатнашҡан һалдат Азамат Суфийәнов тыуған ауылындағы «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһына оло бүләк яһаған. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Әбйәлил ауылы балалар баҡсаһы мөдире Гөлшат Харисова һөйләне.

– Азамат беҙҙең балалар баҡсаһында тәрбиәләнде. Ауылдашыбыҙ беренсегә ярҙам күрһәтмәй. Күптән түгел ул беҙгә 100 мең һум аҡса күсерҙе, балалар баҡсаһы өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдарҙы, уҡыу кәрәк-ярағы һәм дидактик материадар һатып алдыҡ. Хәҙер геройыбыҙ өлкән төркөм һәм уларҙың тәрбиәселәре өсөн 27 саңғы бүләк итте, шулай уҡ кескәйҙәр төркөмөнә телевизор һатып алды. Тәрбиәләнеүселәр, уларҙың ата-әсәләре, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре исеменән оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, — ти Гөлшат Харисова.

Яугирҙың изге күңелле булыуы махсус операция зонаһында күрһәткән батырлыҡтарында ла сағыла.

– Ул беҙгә күп тапҡыр ярҙам күрһәткән йомарт бағыусы ғына түгел, «Һәләк булып барыусыларҙы ҡотҡарғаны өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән батыр ҙа. Уның Ватанды һаҡлауҙа күрһәткән батырлыҡтары бөтәбеҙҙе лә илһамландыра, ҡаһарманлыҡ, игелеклек өлгөһө булып тора.
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: