Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь , 20:04

Позывной «Үлмәҫ»: Башҡортостандан күп балалы атай махсус операцияға киткән

Башҡортостандан Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы рәйестәше, эколог, күп балалы атай Морат Шафиҡов махсус операцияға юлланды. Хәҙер ул Хәрби‐һауа көстәре һәм ПВО армияһы яугиры. 

Морат Шафиҡов алғы һыҙыҡта Үлмәҫҡол ҡартатаһы иҫтәлегенә «Умас» позывнойын алған. Башҡорт телендә – «Үлмәҫ». «Үлмәҫ» позывнойлы яугир – Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабынан МХО-ға юлланған өсөнсө кеше.

«Миңә лә барырға ваҡыт. Бөгөн ғаиләм өсөн генә түгел, илемдең киләсәге өсөн яуаплылыҡ алырға кәрәк, — ти Морат Шафиҡов. — Тиҙҙән обмундирование алғас, Запорожье өлкәһенә юлланабыҙ».

Уға имен-һау йөрөп ҡайтырға насип булһын!

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: