"Мин – Тыуған илемдең патриоты. Тыуған илебеҙҙе яҡларға кәрәклегенә шикләнгән ир-егеттәр өсөн өлгө булырға теләйем. Коллегаларым ҡарарымды хуплауына бик шатмын. Мәҙәниәт министрлығы етәкселеге минең эш урынымды һаҡлап ҡала", – тип хәбәр итә Эльмира.
Актриса ныҡ борсолоуын да йәшермәй, әммә барыһы ла яҡшы булырына ышана һәм яҡындарына үҙен хуплағандары өсөн рәхмәт әйтә.
Сығанаҡ: vk.com/uldash_fm