Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй-Ҡаҙағстан форумының Пленар ултырышында сығыш яһап, Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомрат Токаевҡа бүләк эшләне: ул – Президенттың атаһы Кемель Токаевтың башҡорт теленә тәржемә ителгән “Серле эҙ” китабы.
– Беҙҙең Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов миңә Ҡаҙағстан Президентының атаһы, билдәле яҙыусы Кемель Токаевтың китабын тапшырҙы. Ул иҫ киткес биографиялы кеше булған, һәм уның яҙмышы беҙҙең һәр беребеҙҙең күңеленә ҡағыласаҡ. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан беҙ Кемел Токаевтың әҫәрен Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының яҡты иҫтәлегенә тәрән хөрмәт билдәһе итеп башҡорт теленә тәржемә иттек һәм уны лайыҡлы улына тапшырабыҙ, - тине Башҡортостан Башлығы.
Кемель Токаев киң ҡатлам уҡыусыларға детектив-мажаралы жанр яҙыусыһы булараҡ билдәле. Әҫәрҙәрендә ул партизандарҙың дошман тылындағы батырлыҡтары, айырыуса хәүефле енәйәтселәрҙе асыуҙа һәм тотоуҙа милиция хеҙмәткәрҙәренең ауыр, намыҫлы эше, совет чекистарының сит ил разведкаһы менән көрәштә ҡаһарманлығы һәм зирәклеге тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләй.
Радий Хәбиров “Серле эҙ” китабына инеш һүҙҙе цитата итеп килтерҙе. Уның авторы - яҙыусының улы, әле Ҡаҙағстан Президенты: “Ғүмеренең аҙағына тиклем атайым өсөн Еңеү көнө төп байрам булды. Был байрамға бөтә ғаилә алдан уҡ ентекләп әҙерләнде. Әсәйем атайымдың был көндә һуғышҡа ҡағылышы булған дуҫтарын, таныштарын өйгә саҡырасағын белә ине. Фронт дуҫлығын ул барыһынан да өҫтөнөрәк баһаланы. Һуғышта ҡатнашыусылар айырым хөрмәткә һәм ышанысҡа лайыҡ, тип иҫәпләй ине. Уларға эштең төрлө участкаларында мөһим эштәр тапшырырға мөмкин”.
– Кемель Токаевтың китабы Рәсәйҙең һәм Ҡаҙағстандың туғандаш халыҡтарын көслө тамырҙар бәйләүен күрһәтә. Әйҙәгеҙ, атайҙарыбыҙға тиңләшәйек һәм уларҙың килешеүен һаҡлайыҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.
Фото: Евгений Немков.