Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь , 19:00

2025 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә пенсиялар индексациялана

Федераль бюджеттың 2025-2027 йылдарға проектында страховка пенсияларын түләү өсөн 11 триллион һум аҡса һалынған. Ошо сумманан 700 миллиард һумы уларҙы индексациялауға йүнәлтелә, тип хәбәр итте Рәсәйҙең Финанс министрлығы.

2025 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә пенсиялар индексациялана
2025 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә пенсиялар индексациялана

Финанс министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылдың 1 ғинуарынан эшләп йөрөгән һәм эшләмәгән пенсионерҙарға пенсия инфляция кимәлендә индексациялана. Иҡтисад министрлығы уны 7,3% кимәлендә булыр тип көтә. Эшләмәгән пенсионерҙарҙың ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме яҡынса 24 мең һум тәшкил итергә тейеш.

 

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина

Автор:
Читайте нас: