«Хәҙер барлыҡ автомәктәптәр ҙә тиерлек клиникалар менән дуҫ һәм ҡағыҙ мәсьәләһен арзан хаҡҡа хәл итә. Хатта интернетта 3-3,5 мең һумға нарколог һәм психиатр ҡултамғаһы ҡуйылған белешмәгә заказ бирергә була. Бындай осраҡта бер кем дә анализ тапшырмай», — тип яҙа баҫма Милли автомобиль союзының вице-президенты Ян Хайцеэрға һылтанма менән.