Новости
20 Ноябрь 2024, 07:59

Яҡташ яугир «Миналарҙан таҙартҡан өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән

Октябрьскийҙан «БАО» позывнойлы яугир Рәсәй оборона министрлығының «Миналарҙан таҙартҡан өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығы Алексей Пальчинский хәбәр итте.

«Ҡуйылған бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн «БАО» «Миналарҙан таҙартҡан өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Ғәййәр яугиребеҙ менән ғорурланабыҙ, һаулыҡ һәм тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ! Герой тәрбиәләгән ата-әсәгә рәхмәт!» — тип яҙҙы Алексей Пальчинский үҙенең телеграм-каналында.

«БАО» армияға алынғансы «Гвардия» хәрби-патриотик клубында шөғөлләнә. Демобилизациянан һуң илдең оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, Донбасҡа юлланырға тигән ҡарарға килә.

Башҡортостанда махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн контракт буйынса ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы хәрби ведомствоның 117, Ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19 номерҙарына шылтыратып, шулай уҡ «Минең документтарым» күп функциялы үҙәге офистарында бирергә мөмкин. Һайлау алыу пунктының телефоны: (347) 248-29-31.

Автор:Эдуард Кускарбеков
Читайте нас