Новости
20 Ноябрь 2024, 08:00

Башҡортостанда пассажир автобусы ауған

Башҡортостанда Өфө — Яңауыл юлының 34-се саҡрымында «Паз Вектор» пассажир автобусы түңкәрелгән, салонда 16 кеше булған. Был хаҡта Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр иттеләр.

Башҡортостанда пассажир автобусы ауғанБашҡортостанда пассажир автобусы ауған
Башҡортостанда пассажир автобусы ауған

Был хәл бөгөн иртәнге сәғәт 8 тирәһендә булған. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, Благовещен яғына китеп барған водитель идара итеү һәләтен юғалтҡан. Авариянан һуң ике ҡаты дауаханаға оҙатылған, башҡа пассажирҙарҙы табиптар тикшерә. Әле юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.

Автор:Иван Вавилов.
Читайте нас