Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь , 09:00

Рәсәйҙә яугир ғаиләләре торлаҡ өсөн аҡса алырға хоҡуҡлы

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн социаль түләүҙәр алырға мөмкин. Тейешле документҡа Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Рәсәйҙә яугир ғаиләләре торлаҡ өсөн аҡса алырға хоҡуҡлы
Рәсәйҙә яугир ғаиләләре торлаҡ өсөн аҡса алырға хоҡуҡлы

Әлеге ваҡытта өс һәм унан күберәк балаһы булған йәш ғаиләләр, шулай уҡ 2005 йылдың 1 мартына тиклем торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн иҫәпкә баҫҡан йәш ғаиләләр ошондай түләүҙәр алыу өсөн өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә. Хәҙер махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре лә бындай хоҡуҡтан файҙаланырға мөмкин.

Торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн социаль түләү йәше 35-кә етмәгән ғаиләләргә тапшырыла. Балаларҙың булыуы мотлаҡ түгел. Бынан тыш, бер йәки унан күберәк бала тәрбиәләгән, 35 йәше тулмаған яңғыҙ атай йә иһә әсәй ҙә дәүләт ярҙамына хоҡуҡлы. Төп талап – ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булырға тейеш.

Түләүҙең күләме торлаҡ хаҡынан 30-35% тәшкил итә. Аҡсаны өй, яңы һалынған йортта фатир алыу, шәхси торлаҡ төҙөү, шулай уҡ тәүге иғәнә йәки ипотеканы ҡаплау өсөн тотонорға була.  

– Беҙ алғы һыҙыҡта Тыуған илебеҙҙең киләсәген яҡлаған ир-егеттәргә ярҙам итеү өсөн артабан да тейешле ҡарарҙар ҡабул итербеҙ, – тип билдәләне Рәсәй хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин вице-премьерҙар менән кәңәшмәлә.

 

Фото:«Башҡорт батальоны» телеграм-каналы

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: