Новости
13 Ноябрь 2024, 07:00

Алдағы көндәрҙә республикала ҡар яуыуы көтөлә

Башгидрометүҙәк синоптиктары алдағы көндәрҙә Башҡортостанда ҡар яуыуын фаразлай.

Алдағы көндәрҙә республикала ҡар яуыуы көтөләАлдағы көндәрҙә республикала ҡар яуыуы көтөлә
Алдағы көндәрҙә республикала ҡар яуыуы көтөлә

Бөгөн, 13 ноябрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы көндөҙ +1, -4 градус.

14 һәм 15 ноябрҙә лә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан, талғын. Температура төндә -1, -6, көндөҙ +1, -4 градус.

 

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас