“Алға” махсус иҡтисади зонаһында тормошҡа ашырылған инвестиция проекттары өсөн кадрҙар туплау, уҡытыуҙы ойоштороу тураһындағы һорауҙы күтәрҙеләр Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров етәкселегендәге Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында.
- Эшһеҙлек тотороҡло рәүештә кәмегән шарттарҙа эш биреүселәрҙән тәҡдимдәрҙең артыуы күҙәтелә. Бөгөн республика банкында 52 мең тирәһе вакансия күрһәтелгән, был йыл башындағы күрһәткестән 5 мең тирәһенә күберәк. Республиканың Мәшғүллек үҙәге предприятиеларға кадрҙар йәлеп итеүгә, һаҡлауға йүнәлтелгән саралар комплексын тормошҡа ашыра. Шул иҫәптән “Алға” зонаһында алып барылған инвестиция проекттары өсөн кадрҙар туплана һәм уҡытыла, - тине Андрей Назаров.
Республика Хөкүмәте ҡушыуына ярашлы, “Алға” зонаһы резиденттары өсөн кадрҙар әҙерләү тураһында ентекле итеп Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников һөйләне.