Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ноябрь , 10:32

Республикала -15 градусҡаса һыуыта

Синоптиктар алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, дүшәмбе урыны менән бер аҙ ҡар яуа, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә -5, -10, аяҙытҡанда -15 градус. Көндөҙ - 2, -7 градус.

Шишәмбе, 12 ноябрҙә, республикала урыны менән йәнә бер аҙ ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы фаразлана. Ел көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -4, -9, аяҙытҡанда -14 градус. Көндөҙ 0, -5 градус.

Шаршамбы, 13 ноябрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Ел көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы төндә -2, -7, көндөҙ -1, -6 градус.

Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: