22 октябрҙә 1040 ғариза буйынса 50 мең һум түләнһә, 31 октябрҙә иһә 1287 әүҙемсе аҡса алған.
ДОСААФ тәҡдиме менән башланған программа сиктәрендә граждандарға Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә ярҙам иткән ирекмәндәргә 50 мең һум түләнә.
«Рекрут» программаһында ҡатнашыу өсөн 18 йәше тулған ирекмән контракт буйынса хеҙмәт итергә теләгән хәрби менән ДОСААФ бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә, документтар тултырырға, һуңынан хәрби комиссариатҡа килергә тейеш. Контрактсы медицина комиссияһын үтеп, хәрби часҡа юлланғас, ирекмәнгә тейешле премия күсерелә.
Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн 122 йәки 7 (347) 218-19-19 телефондары буйынса Башҡортостандың Ситуация үҙәгенә шылтыратырға мөмкин.
Автор фотоһы.