Кисә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы атай булған! Элина менәнИскәндәр Ғәзизовтарҙы малайҙары тыуыуы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! "Аллаға шөкөр, бөгөн атай булдым. Хоҙайыма, ғаиләмә, кәләшемә, барыһына ла мең рәхмәтлемен!!! Улым бар, ураааа!", - тип социаль селтәрҙәрҙә ҡыуанысы менән уртаҡлашҡан гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Искәндәр Ғәзизов.
Сабый дүрт күҙ араһында, һау-сәләмәт, бәхетле булып үҫһен!
Фото: Искәндәр Ғәзизовтың сәхифәһенән.