Вәхит Хызыров «Башинформ» журналисына МХО-ға барырға теләүе хаҡында һөйләне.
– Мин хәрби комиссариатҡа барып та ҡараным, алманылар. Йәшем тура килә. Ә һаулығым юҡ. Быйыл өсөнсө тапҡыр инсульт кисерҙем. Дуҫтарым Сочиҙағы Лазаревское шифаханаһына юллама бүләк иткәйне. Шифахананың янындағы йортта ҡатындарҙың маскировка селтәрҙәре үреүен күреп ҡалдым. Барып ярҙам тәҡдим иткәйнем, ҡуш ҡуллап ҡаршы алдылар. Курск өлкәһенә бер нисәүҙе үреп ебәрҙек. Мин ошо эште артабан дауам итергә теләйем. Матбуғат йортона көн һайын килеп йөрөй алам, – тип һөйләне халыҡ артисы.
Афарин, Вәхит ағай!