Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Октябрь , 09:00

487 уҡыусы “шайморатовсы” булды

Кисә Өфөнөң Совет майҙанында республикабыҙҙың ҡала-райондарында “Шайморатов кластары”нда уҡыған 487 баланы “шайморатовсы”лар рәтенә алыу тантанаһы ойошторолдо.

487 уҡыусы “шайморатовсы” булды
487 уҡыусы “шайморатовсы” булды

Кисә Өфөнөң Совет майҙанында республикабыҙҙың ҡала-райондарында “Шайморатов кластары”нда уҡыған 487 баланы “шайморатовсы”лар рәтенә алыу тантанаһы ойошторолдо. Унда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия Президенты Аслан Бжания ҡатнашты. Улар М. Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды.

Сығышында республика етәксеһе “шайморатовсы”ларға йылы теләктәрен әйтте, Республика көнө менән ҡотланы.

– Тәүге өс “шайморатовсы”лар класы бында 2020 йылда баҫып торҙо. Бөгөн беҙҙә 251 “шайморатовсы"лар класы бар, унда 6 меңдән ашыу бала уҡый. Был ғорур исемде йөрөтөргә теләгән ҡыҙҙар һәм малайҙар һаны арта бара, – тине ул. “Шайморатовсы” булыу – маҡтаулы ла, яуаплы лы ғәмәл. Был хоҡуҡты яуларға ла кәрәк”, – тине Р. Хәбиров.

Балалар “шайморатовсы”ларҙың антын әйтте, байраҡтарҙы алғас, гимндарын – “Шайморатов генерал”ды йырланы.

Сара малай һәм ҡыҙҙарҙың тантаналы маршы менән тамамланды.

Башҡортостан Башлығы журналистарға интервьюһында, уҡыуҙан һуң “шайморатовсылар”ҙы матур киләсәк көтә, тип билдәләне.

– Улар илебеҙҙең ысын граждандары булыр, лайыҡлы тормош алып барыр, ғаилә ҡорор. Хеҙмәт итерҙәр, яҡшы итеп эшләрҙәр, төҙөрҙәр. Ватанды һаҡларға кәрәгә икән – һаҡларҙар. Уларҙың башына, йөрәгенә иң яҡшы уй-ниәттәрҙе һалғаныбыҙҙы аныҡ беләм, – тине Радий Хәбиров.

 

Сығанаҡ:  glavarb.ru

 

Равиля Гатауллина

487 уҡыусы “шайморатовсы” булды
487 уҡыусы “шайморатовсы” булды
487 уҡыусы “шайморатовсы” булды
487 уҡыусы “шайморатовсы” булды
487 уҡыусы “шайморатовсы” булды
Автор:
Читайте нас: