Новости
9 Октябрь 2024, 10:00

Республикала ҡар ҡатыш ямғыр вәғәҙәләйҙәр

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һауа торошо ҡырҡа үҙгәрә. Ямғыр һәм ҡар яуыуы көтөлә, тип хәбәр итте Башгидромет синоптиктары. Бөгөн, 9 октябрҙә, республикала урыны менән ямғыр, йәшен.

Республикала ҡар ҡатыш ямғыр вәғәҙәләйҙәрРеспубликала ҡар ҡатыш ямғыр вәғәҙәләйҙәр
Республикала ҡар ҡатыш ямғыр вәғәҙәләйҙәр

Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +15, + 20°, төньяҡта +10°.

Кесе йома, 10 октябрҙә, шулай уҡ ямғыр яуыуы көтөлә, төньяҡ райондарҙа кис көнө ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал. Ел төньяҡ-көнсығыштан, талғын, айырым райондарҙа көсәйеүсән. Төндә һауа температураһы +2, +7°, көндөҙ +8, +13°, төньяҡта +3°.

 

Фото: Айһылыу Вахитова

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас