Новости
27 Сентябрь 2024, 05:08

Башҡортостанда юл фажиғәһендә бер нисә ҡабан зыян күргән

Благовар районында ҡырағай йәнлектәр ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Аварияла инә ҡабан һәм уның өс балаһы һәләк булған. Республика Экология министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, зыян суммаһы 80 мең һум тәшкил иткән.

Башҡортостанда юл фажиғәһендә бер нисә ҡабан зыян күргәнБашҡортостанда юл фажиғәһендә бер нисә ҡабан зыян күргән
Башҡортостанда юл фажиғәһендә бер нисә ҡабан зыян күргән

Ведомствола юл-транспорт ваҡиғаларына юл ҡуймау өсөн тиҙлек режимын үтәргә кәрәклеген иҫкә төшөрҙөләр, айырыуса «ҡырағай хайуандар» тигән махсус билдәләр ҡуйылған участкаларҙа. Водителдәргә фажиғә урынын ҡалдырып китеү тыйыла, законға ярашлы, автоһәүәҫкәр йәнлектәр донъяһы объекттарына килтерелгән зыянды ҡапларға тейеш.

 

Фото:Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы

Автор:Роман Якимчук
Читайте нас