«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар һәм ҡотҡарыусылар командаһының тырышлығына ҡарамаҫтан, сабыйҙың бөтә бармаҡтарын да ҡотҡарып булмаған, — тип яҙа министр. — Был хәл ата-әсәләр өсөн етди иҫкәртеү булып тора. Кескәйҙәрҙең ҡыҙыҡһыныусанлығы, тирә-яҡ мөхитте танып белеү теләге һаҡланыу сараларын теүәл үтәмәгәндә аяныслы эҙемтәләргә килтереүе ихтимал».