Новости
23 Сентябрь 2024, 07:00

Республикала ҡырау төшөүе фаразлана

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, дүшәмбе, 23 сентябрҙә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы +9,+14°.

Республикала ҡырау төшөүе фаразланаРеспубликала ҡырау төшөүе фаразлана
Республикала ҡырау төшөүе фаразлана

Шишәмбе һәм шаршамбы, 24 һәм 25 сентябрҙә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Төндә 0,-5° һалҡынайтып, ҡырау төшөүе көтөлә,  урыны менән +5°, көндөҙ +9,+14°.

Бынан алдараҡ Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәрткәйне.

 

Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина

Автор:Дарья Субботина.
Читайте нас