Быйыл урманды законһыҙ ҡырҡыу күләме 2023 йылдың тәүге яртыһы менән сағыштырғанда 2,4 тапҡырға, ә килтерелгән зыян буйынса 2 тапҡырға тиерлек кәмегән.
Республикала законһыҙ ҡырҡыу күләмен кәметеү өсөн саралар күрелде. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, иң һөҙөмтәлеләре — йыһан мониторингы (асыҡланған осраҡтарҙың 22%) һәм иҫкәртеү рейдтары (23%).
Фото:Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы