Новости
13 Сентябрь 2024, 06:01

Ял көндәрендә республикала йылы һауа торошо һәм әбейҙәр сыуағы көтөлә

Ял көндәрендә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе йылы һауа торошо һәм әбейҙәр сыуағы көтә. Синоптиктар фаразынса, бөгөн, 13 сентябрҙә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +18,+23° тиклем күтәрелә.

Ял көндәрендә республикала йылы һауа торошо һәм әбейҙәр сыуағы көтөләЯл көндәрендә республикала йылы һауа торошо һәм әбейҙәр сыуағы көтөлә
Ял көндәрендә республикала йылы һауа торошо һәм әбейҙәр сыуағы көтөлә

Шәмбе, 14 сентябрь, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +4,+9°, көнсығыш райондарҙа 0,-2-гә тиклем һалҡынайтып, ҡырау төшөүе мөмкин, көндөҙ +18,+23°.

Йәкшәмбе, 15 сентябрҙә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +5,+10°, көндөҙ +18,+23°.

 
 
 
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина
Автор:
Читайте нас