Яҡташыбыҙ тауыш биргәндән һуң ул «Рәхмәт» акцияһының беләҙектәрен һәм билеттарын алып һәм шунда уҡ рахмат102.рф сайтында теркәлгән. Бына шулай призёрҙар иҫәбенә ингән дә инде.
Азалия Ришат ҡыҙы менән телефон аша һөйләштек, һәм ул беҙҙең менән ҡыуаныслы тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашты:
- Ағайым минең исемем аҫтында билетымды теркәне. Ә отошло билет минеке булған. Аҙаҡ миңә ойоштороусылар шылтыратып телевизор отҡанымды әйтте. Улар телефон номерымдың һандарын, исем-шәрифемде әйттеләр. Телевизорҙы “Бүләктәр төнө”ндә отҡанмын. Ышанмайынса, бүләк отоуҙы тура эфирҙы ҡараныҡ. Быға тиклем бер ҡасан да отошта ҡатнашҡаным да, отҡаным да юҡ ине. Ошо акцияны уҙғарыусыларға ҙур рәхмәт! Минең бүләк алыуымда ғына түгел, ә үҙем кисергән шатлыҡҡа ла ҡыуанып бөтә алманым.
Билетты 2024 йылдың 9 сентябренән 12-һенә ҡәҙәр иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 9-ға тиклем рахмат102.рф сайтында йәки үҙегеҙгә https://forms.yandex.ru/u/66cdcb7b068ff011c04ffbec/. һылтанмаһы буйынса теркәргә мөмкин.
Барлыҡ теркәлгән билеттар 13 сентябрҙә Башҡортостан Юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа үтәсәк «Зур Рәхмәт» суперприздарын уйнатыуҙа ҡатнаша. Бүләктәр араһында фатирҙар, автомобиль, Сочиға тур һәм Башҡортостандың шифаханаларына, ял йорттарына юлламалар бар.
Иң мөһиме: билеттарығыҙҙы акция тамамланғансы, 30 сентябргә тиклем һаҡлағыҙ.
Фото Азалия Сәйфетдинованың ғаилә архивынан.