Бурансы, Перегонный, Көнсығыш микрорайондары халҡы һайлауға әүҙем килә. Участкала блогер-күҙәтеүсе булып эшләүсе Адик Асҡаров урындағы халыҡтың махсус хәрби операциялағы яугирҙарға гуманитар ярҙам да тапшырыуын күреп, һалдаттарға эске кейем тегеү өсөн мамыҡ туҡыма алып килде.
"Бындағы халыҡ әүҙем икәнен яҡшы беләм. Улар ай һайын махсус хәрби операцияға гуманитар ылау даими ебәреп тора. Афарин тип әйтергә генә ҡала. Күҙәтеүсе генә булып ҡалмай, үҙем дә өлөшөмдө кертергә булдым", - ти ул.