Новости
8 Сентябрь 2024, 03:27

Һайлауҙарҙың өсөнсө көнө башланды

Бөгөн - Республика Башлығын һәм муниципаль район Советы депутаттарын һайлауҙың өсөнсө көнө.

Һайлауҙарҙың өсөнсө көнө башландыҺайлауҙарҙың өсөнсө көнө башланды
Һайлауҙарҙың өсөнсө көнө башланды

3470-се һайлау участкаһы иртәнге сәғәт 8-ҙә асылды. Тәүҙә Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғыраны. Ә уға тиклем һайлау комиссияһы ағзалары күҙәтеүселәр алдында тауыш биреү өсөн күсермәле йәшниктәге пломбаларҙың булыу-булмауын тикшерҙе.
Ял көнө булыуына ҡарамаҫтан, һайлаусылар участка асылғандың тәүге минуттарынан уҡ килә башланы.
- Ике көн тыныс үтте. Ғаиләләре менән тауыш бирергә килеүселәр ҙә күп. Бөгөн дә һайлауға килеүселәр һаны күп булыр, тип уйлайым. Сөнки беҙҙә кешеләр, ғәҙәттәгесә, йәкшәмбе көнө лә тауыш бирә. Һайлаусыларҙың әүҙемлеге кәмемәүе, халыҡтың республикабыҙҙың һәм райондың мөһим һайлауҙарына яуаплы ҡарауы ҡыуандыра, - тип һөйләй һайлау участкаһы комиссияһы рәйесе Антон Кириченко.
Әйткәндәй, ике көн эсендә һайлаусыларҙың 55 проценты үҙ тауышын биргән дә инде.
Бөгөн киске сәғәт 8-гә тиклем кандидаттарҙың береһе өсөн тауыш бирергә мөмкин.

 

АВтор фотолары һәм видеоһы.

Һайлауҙарҙың өсөнсө көнө башланды
Һайлауҙарҙың өсөнсө көнө башланды
Һайлауҙарҙың өсөнсө көнө башланды
Һайлауҙарҙың өсөнсө көнө башланды
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас