Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Сентябрь , 19:00

Биксәндәр һайлауҙы байрамдай ҡабул итә

Биксән ауылы халҡы Башҡортстан Республикаһы Башлығын һәм район советы депутаттарын һайлауҙа бик әүҙем ҡатнаша. Әлеге ваҡытта ауылдаштарҙың 45 проценты тауыш биргән.

Оло йәштәгеләр ҙә һайлауҙан ситтә ҡалмай. Иң оло һайлаусы Шафиҡова Зөләйхә инәйгә 97, Үмәрғәлина Сәлимә инәйгә 94 йәш, улар өйҙәрендә тауыш биргәндәр.

- Һайлау бик күңелле бара. Сағыу милли башҡорт кейемдәрендә ғаиләһе менән килеүсе Иҫәнғоловтар ғаиләһе тауыш бирҙе. Шулай уҡ ауылыбыҙҙың ағинәйе Насретдинова Нәзилә апай ҙа милли башҡорт кейемендә килеп һайлап ҡына ҡалманы, күңелдәрҙе елкендереп бейеп тә ҡайтып китте, - ти 2174-се һайлау участкаһы комиссияһы рәйесе урынбаҫары Гөлнара Садыҡова.

Биксәндәр һайлауҙы байрамдай ҡабул итә
Биксәндәр һайлауҙы байрамдай ҡабул итә
Биксәндәр һайлауҙы байрамдай ҡабул итә
Биксәндәр һайлауҙы байрамдай ҡабул итә
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: