Новости
6 Сентябрь 2024, 06:10

Аҙнай ауылында һайлайҙар башланды

Тыуған ил, тип, тыуған ер, тип янған, көйгән патриоттар хаҡында уҡығанда, ишеткәндә һоҡланып һәм бер аҙ көнләшеп ҡарау хас әҙәм балаһына. Һәр кем үҙ иленең, тыуған еренең патриоты булып йәшәү өсөн шул илгә һөйөү һәм дәрт кәрәк.

Аҙнай ауылында һайлайҙар башландыАҙнай ауылында һайлайҙар башланды
Аҙнай ауылында һайлайҙар башланды

Ғаиләһен дә берен-бере хөрмәт иткән, әле һаман бер-береһенә һөйөү менән баҡҡан Әнисә еңгә һәм Рәфҡәт ағай Хәйбуллиндар патриотик рухлы, үҙ илдәренең, үҙҙәре йәшәгән ерҙең, Аҙнай ауылының ысын патриоттары! Һәр саҡтағыса улар бөгөндә, һайлауҙың тәүге көнөнөң тәүге сәғәтенән һайлау участкаһы урынлашҡан клуб ишеген иң беренсе булып асып кергән һайлаусылар. Афарин уларға!

Үтәһең дә ғүмерем, ай, үтәһең,
Ҡартайтып та харап итәһең,

тип көйләп алырға ярата Әнисә еңгә.

Илле биш йыл татыу ғүмер кисергән был ғаиләгә һоҡланырға, уларҙан үрнәк алырға кәрәк беҙгә. Әле һаман улар ауылда үткән бер генә өмәнән дә ситтә ҡалмай, йыйылыштарға, мәҙәни сараларға ла ихлас йөрөй.

 

Аҙнай ауылында һайлайҙар башланды
Аҙнай ауылында һайлайҙар башланды
Аҙнай ауылында һайлайҙар башланды
Автор:Рәйфә ИМАНҒОЛОВА, Аҙнай ауылы.
Читайте нас