Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Сентябрь 2024, 19:38

Яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияға китер алдынан өйләнгән

Башҡортостанда яҡташыбыҙ оборона министрлығы менән контракт төҙөп, яҡын арала махсус хәрби операция биләмәһенә китергә әҙерләнә. Ошо көндәрҙә ул һөйгән йәре менән законлы никахҡа ингән. Был хаҡта Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр иттеләр.

Ғаилә Яубүләк ауылында йәшәй. Улар 15 йылдан ашыу бергә. Дүрт бала тәрбиәләйҙәр. Ул Рәсәй Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, әле төҙөлөш менән шөғөлләнә.

«Уйланым-уйланым  да контрактҡа ҡул ҡуйырға булдым. Алда мине ауыр һынауҙар көтә икәнлеген аңлайым, әммә мин әҙер. Ҡыйынлыҡтарҙы бергәләп еңеп сығырбыҙ», — ти яҡташыбыҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда йәшәүселәр оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, махсус хәрби операция бурыстарын үтәгән яҡташтарына ҡушылырға мөмкин.

Бөтә һорауҙар менән Ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19, һайлап алыу пунктының (347) 248-29-31 номерына шылтыратырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас: