Новости
23 Август 2024, 08:01

Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелде

Документҡа Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Оҙайлы ямғырҙар арҡаһында тупраҡ ныҡ дымланған, сәсеүлектәргә зыян килгән.

Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелдеБашҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелде
Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелде

Ғәҙәттән тыш хәл режимы 50 район һәм Күмертау ҡала округы биләмәһендә ҡабул ителгән. 5 сентябргә тиклем хужалыҡтар Ауыл хужалығы министрлығына зыян күләмен, тотонолған аҡса суммаһын нигеҙләгән документтар әҙерләп тапшырырға тейеш. 19 августа вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов 120 мең гектарҙа ауыл хужалығы культуралары юҡҡа сығыуы тураһында белдерҙе. Зыян суммаһы 1 миллиард 60 миллион һумға баһаланды.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/bstnews?w=wall-85076499_73663

Фото: Айһылыу Вахитова

Автор:
Читайте нас