Был хаҡта ЦУР-ҙа хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе.
2019-2023 йылдарҙа Башҡортостан хужалыҡтары дөйөм 3,312 миллиард һумлыҡ грант ярҙамы алған. 552 эш урыны булдырылған. Быйыл был маҡсатта 422 миллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк, 100 эш урыны булдырыу планлаштырыла.
Бөгөн Башҡортостанда 8400-ҙән ашыу фермер хужалығы иҫәпләнә, улар йыл һайын тулайым ауыл хужалығы продукцияһының 15 процентын етештерә. Бөгөн фермерҙар республика сәсеүлек майҙандарының 35 процентына сәсә, шулай уҡ дөйөм һыйырҙар һанының 19 проценттан ашыуын, 35 процент йылҡы, 11 процент һарыҡ-кәзә тота.
Фото: "Привалов А.З." кфх архивынан