Новости
10 Август 2024, 04:00

1 сентябрҙән уҡыу программаларында үҙгәрештәр бар

Яңы уҡыу йылында «Ватан именлеге һәм уны һаҡлау нигеҙҙәре», «Хеҙмәт (технология)» предметтары уҡытыуға индерелә.

1 сентябрҙән уҡыу программаларында үҙгәрештәр бар1 сентябрҙән уҡыу программаларында үҙгәрештәр бар
1 сентябрҙән уҡыу программаларында үҙгәрештәр бар

Тыуған ил именлеген һаҡлау курсында «Шәхестең, йәмғиәттең, дәүләттең хәүефһеҙ һәм тотороҡло үҫеше», «Хәрби әҙерлек. Хәрби белем нигеҙҙәре» бүлектәре лә буласаҡ.
Әлегәсә өйрәнелгән «ОБЖ» предметының яңы курстарҙа ҡабатланмаған өлөштәрен (көнкүрештә, йәмәғәт урындарында, мәғлүмәт киңлегендә хәүефһеҙлек, медицина белемдәре нигеҙҙәре) уҡытыу дауам иттереләсәк.

Ә хеҙмәт дәрестәрендә «Производство һәм технологиялар», «Материалдарҙы һәм туҡланыу продукттарын эшкәртеү технологиялары», «Компьютер графикаһы. Һыҙым», «Робот техникаһы», «3D-моделләү, прототиплау, макетлау» бүлектәре мотлаҡ булһа, «Автоматлаштырылған системалар», «Малсылыҡ» һәм «Үҫемлекселек» модулдәре уҡыусы теләге буйынса өйрәнеләсәк.

 

Сығанаҡ: vk.com/amanatrb

Фото: https://vk.com/club152682955

Автор:
Читайте нас