Подрядсы ойошма юл ҡатламын тигеҙләгән һәм асфальт-бетон ҡатламы һалған.
«Шевченко урамында Красный Луч автовокзалы урынлашҡан. Был юлды ремонтлау шәхси һәм йәмәғәт транспортында йөрөгән халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк», – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.
Быйыл Башҡортостан юлсылары Луганск халыҡ республикаһында 23,4 саҡрым оҙонлоҡтағы юлды ремонтларға планлаштыра. Подрядсы ойошма Красный Лучтағы Магистраль, Дзержинский, Пахоли, Павловская һәм Шевченко урамдарындағы эштәрҙе тамамлаған (дөйөм оҙонлоғо - яҡынса 6,3 саҡрым).
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән подрядсы ойошма Луганск халыҡ республикаһы юлдарын ремонтлау өсөн көнөнә 300 тонна асфальт-бетон ҡатнашмаһы етештереү ҡеүәтенә эйә булған асфальт-бетон заводын күсерҙе. Ике йылда республика юлсылары 66 саҡрымдан ашыу юлды ремонтлаған. Красный Луч ҡалаһының Вахрушев, Петровский һәм Хрустальный урамдарындағы асфальт-бетон япмаһын яңыртҡан.