«Ташҡындан һуң барыһын да тиҙ һәм һөҙөмтәле тергеҙегеҙ. Бында шәхси зыян, юлдар, күперҙәр хаҡында һүҙ бара. Әйҙәгеҙ, бергәләп һанайыҡ. Шунда уҡ мөмкин тиклем тиҙерәк эшләй башлағыҙ. Был мәсьәләне һуҙмағыҙ. Бында хөкүмәт үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтергә тейеш», – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов әйтеүенсә, 15 июлдән 28 июлгә тиклем төбәктә хәүефле һәм насар һауа торошо күренештәре үтеүгә бәйле, «112» системаһына Әбйәлил, Баймаҡ , Белорет, Бөрйән, Йәрмәкәй, Көйөргәҙе, Меләүез, Салауат, Туймазы һәм Учалы райондарынан, шулай уҡ Октябрьский һәм Сибай ҡалаларынан 158 хәбәр килгән.
– Дөйөм алғанда, 19 шәхси йортто, 240 йорт яны участкаһын, бер баҡса участкаһын, ун юл участкаһын, аҙ һыулы һигеҙ күперҙе һыу баҫҡан, шулай уҡ ике быуаның ярҙарынан сығыуы. Иң ҡатмарлы хәл Әбйәлил, Белорет һәм Учалы райондарында күҙәтеолде. Республика Башлығы ҡушыуы буйынса Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселегендә район хакимиәттәре менән онлайн рәүештә даими аралашыу ойошторолдо, — тип хәбәр итте ведомство етәксеһе. — Ҡотҡарыу хеҙмәттәре муниципаль хакимиәттәр менән берлектә 96 кешене, шул иҫәптән 29 баланы эвакуациялаған, барыһы ла туғандары янына урынлаштырылған. Һәләк булыусылар юҡ. Халыҡҡа ярҙам күрһәтеүгә дөйөм алғанда республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 73 кеше, 32 берәмек техника, һигеҙ һыу судноһы йәлеп ителгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы базаһында оператив штаб булдырылған, унда тәүлек әйләнәһенә эш ойошторолған.