Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль , 18:53

Яҡташтарыбыҙға Рәсәйҙең дәүләт наградалары бирелде

Юғары баһаға кемдәр лайыҡ?

Яҡташтарыбыҙға Рәсәйҙең дәүләт наградалары бирелде
Яҡташтарыбыҙға Рәсәйҙең дәүләт наградалары бирелде

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи акттарҙы рәсми баҫтырыу порталында баҫылған.

Указға ярашлы, II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн“ орден миҙалы менән БР “Автонормаль“ Бәләбәй заводы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде. Улар иҫәбендә технологик ҡорамалдарҙы һәм уға бәйле конструкцияларҙы монтажлаусы Вениамин Васильев, баш механик урынбаҫары – цех начальнигы Зөфәр Дауытов, көйләүсе Михаил Зырянов бар.

“Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы“ исеме Башҡортостан Республикаһының ”Республика Башҡортостан” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – Нефтекамалағы ”Ҡыҙыл байраҡ” гәзитенең баш мөхәррире Людмила Сабитоваға, Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы филиалы — ”Башҡортостан” ДТРК-һы филиалы директоры Азамат Сәлиховҡа, ”Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһы акционерҙар йәмғиәтенең ”Спутник ФМ” радиоһының баш мөхәррире Рузалия Төхбәтоваға бирелде.

”Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәре” исеменә ”Учалы тегеү фабрикаһы” ЯСЙ директоры Фәйрүзә Степаненко лайыҡ булды.

 

 

Фото: kremlin.ru

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас: