«Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүҙә әүҙем ҡатнаша. Бөгөн республиканың Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығына балаларға ярҙам йөҙөнән рюкзактар, канцелярия тауарҙары килтерелде. Тимәк, иртәгә ҡала һәм райондарҙағы «Ғаилә үҙәктәре»нә яңы мәктәп кәрәк-яраҡтары тапшырыла башлай, тип хәбәр иттеләр ведомствола.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, акцияла ойошмалар, муниципаль власть органдары ла ҡатнашырға мөмкин. Тик канцелярия кәрәк-ярағы һәм ижад өсөн тауарҙар яңы булырға тейеш. Портфель, мәктәп формаһы, уҡыу әсбаптары, нәфис әҙәбиәт яңы йәки яҡшы торошта ҡабул ителә.