Новости
12 Июль 2024, 07:00

Республика синоптиктары ял көндәренә һауа торошо менән таныштырҙы

Алдағы өс көндә Башҡортостанда ямғырҙар фаразлана, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Республика синоптиктары ял көндәренә һауа торошо менән таныштырҙыРеспублика синоптиктары ял көндәренә һауа торошо менән таныштырҙы
Республика синоптиктары ял көндәренә һауа торошо менән таныштырҙы

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала йәнә ямғыр яуыуы көтөлә. Урыны менән ҡойма ямғыр, йәшен, боҙ-борсаҡ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көслө. Һауа температураһы көндөҙ +17, +22 градус.

Шәмбе, 13 июлдә, төндә ямғыр, урыны менән ҡойма ямғыр, йәшен, боҙ-борсаҡ. Көндөҙ урыны менән йәшенле ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, боҙ-борсаҡ көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +11, +16 градус, көндөҙ +21, +26 градус.

Йәкшәмбе, 14 июлдә, урыны менән йәшенләп ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы фаразлана. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +12, +17 градус, көндөҙ +22, +27 градус.

 
 
 
Фото: Гөлнур Артыҡаева
Автор:
Читайте нас