Бәхеткә күрә, йорттар һәм халыҡ зыян күрмәгән, тип хәбәр итте хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов.
«Беренсе мөрәжәғәттәрҙән үк электриктар ремонт эштәренә тотондо, ауыл старостаһы Вәлит Аралбаев трактор менән ауыл биләмәһен юлға төшкән ағастарҙан таҙарта башланы. Артабан эштәрҙе башҡарыу һәм ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн К-708 тракторы һәм МАЗ автомашинаһы ебәрелде», - тип яҙа муниципалитет етәксеһе социаль селтәрҙә.
Фото:Рөстәм Шәрипов/vk.com