Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль , 12:14

Республикала ямғыр һәм көндәрҙең бер аҙ һалҡынайтыуы көтөлә

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте. Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, көндөҙ урыны менән боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә.

Республикала ямғыр һәм көндәрҙең бер аҙ һалҡынайтыуы көтөлә
Республикала ямғыр һәм көндәрҙең бер аҙ һалҡынайтыуы көтөлә

Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсллө. Һауа температураһы көндөҙ +24, +29 градус.

11 июлдә төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, күк күкрәүе фаразлана. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +12, +17 градус, көндөҙ +23, +28 градус.

12 июлдә Башҡортостанда ямғыр, урыны менән ҡойма ямғыр, күк күкрәүе, көндөҙ урыны менән боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көслө. Һауа температураһы төндә +12, +17 градус, көндөҙ +18, +23 градус. 

 
 
 
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина
Автор:
Читайте нас: