Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль , 16:37

Башҡорт теле заманса үҫешә

Ошо көндәрҙә башҡорт теле Google тәржемә сервистарында барлыҡҡа килде. Хәҙер төрлө телдәрҙән башҡортсаға һәм киреһенсә, телебеҙҙе башҡа телдәрҙә тәржемәләргә мөмкин.

Башҡорт теле өлкәһендәге был күләмле лексик онлайн-проектты Өфө фән һәм технологиялар университеты ғалимы, рус-башҡорт электрон һүҙлеген төҙөүсе Искәндәр Шакиров “Һомай” аҡыллы колонкаһы авторы Айгиз Ҡунафин менән тормошҡа ашырҙы.

Хәҙер ауырлыҡһыҙ сайттарҙы, китаптарҙы, төрлө форматтағы документтарҙы, мессенджерҙарҙағы хәбәрҙәрҙе тәржемә итергә мөмкин. Бынан тыш, аҡыллы колонка ярҙамында башҡорт телендә аудиокитаптар ҙа эшләп була.

Алик Искәндәр улы белдереүенсә, мессенджерҙарҙағы хәбәрҙәрҙе, почталағы хаттарҙы, YouTube-тағы субтитрҙарҙы смартфон камераһы аша тәржемә итергә була.

Google Translate — телдәр менән эшләү өсөн донъялағы иң ҙур автоматик тәржемәнең түләүһеҙ системаһы. Әлеге ваҡытта «Google Тәржемәсе» иң күп файҙаланылған ҡушымта. Был сервисҡа эләгеү бик ҡыуаныслы, ул башҡорт теленең цифрлы үҫеше тураһында ла һөйләй. Яңы мөмкинлектәр асылыу менән генә әһәмиәтле түгел был. Ә башҡорт теле тарихында әһәмиәтле яңы бит асылыуына ла мөһим дәлил.

 

 

Фото: Башинформ

Башҡорт теле заманса үҫешә
Башҡорт теле заманса үҫешә
Автор:
Читайте нас: