Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль , 19:53

Яҡташ яугиребеҙ «Донбасты азат иткән өсөн» миҙалы менән бүләкләнде

Әлшәй районының Шишмә ауылынан махсус операция яугире «Донбасты азат иткән өсөн» миҙалына лайыҡ булды, тип хәбәр иттеләр Республика менән идара итеү үҙәгенән муниципалитет башлығы Дамир Мостафинға һылтанма менән.

Билдәле булыуынса, «Һунарсы» позывнойлы яҡташыбыҙға был награда ғүмергә хәүеф янаған шарттарҙа хәрби бурысын үтәгән ваҡытта ҡыйыу һәм тәүәккәл аҙымы өсөн тапшырылды.

«Һунарсы» хеҙмәткә мобилизация буйынса саҡырылды, тәүге көндәрҙән үк үҙен Тыуған илен намыҫ менән яҡлаусы, ышаныслы хәрби иптәш итеп күрһәтте», — тип билдәләне Әлшәй районы хакимиәте башлығы.

Әйткәндәй, яугирҙең «Хәрби батырлығы өсөн» миҙалы ла бар. 

Автор:
Читайте нас: