Новости
8 Июль 2024, 08:44

Фәнүр Йәғәфәровҡа маҡтаулы исем бирелде

Бөгөн уға 50 йәш!

Фәнүр Йәғәфәровҡа маҡтаулы исем бирелдеФәнүр Йәғәфәровҡа маҡтаулы исем бирелде
Фәнүр Йәғәфәровҡа маҡтаулы исем бирелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының директорҙар советы рәйесе Фәнүр Йәғәфәровҡа республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре исемен бирҙе. Был хаҡта ул бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә хәбәр итте. Әйткәндәй, бөгөн ул юбилейын билдәләй, Фәнүр Мөхәррәм улына 50 йәш тулды.

– Бөгөн "Башинформ" мәғлүмәт агетлығының директорҙар советы рәйесе Фәнүр Йәғәфәров тыуған көнөн билдәләй. Уға 50 йәш тулды. Фәнүр Мөхәррәм улы бик мөһим йүнәлештә эшләй, киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлеген координациялау менән шөғөлләнә. Мин һеҙгә эште яҡшы ойошторғанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙ – ысын илһөйәр һәм яугир, – тине Радий Хәбиров, Фәнүр Йәғәфәровҡа лайыҡлы награданы тапшырып.

 

 

Фото: скриншот. 

Альфия Мингалиева

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас