Новости
6 Июль 2024, 10:00

Мутлашыусыларға ебәрәм тип миллион һум кредит ала...

Ҡатын банкка бара ла аҡса ала һәм...

Мутлашыусыларға ебәрәм тип миллион һум кредит ала...Мутлашыусыларға ебәрәм тип миллион һум кредит ала...
Мутлашыусыларға ебәрәм тип миллион һум кредит ала...

Өфөлә йәшәгән 36 йәшлек ҡатын мутлашыусыларға миллион һум күсерә яҙған. Был ҡатынды, телефон аша шылтыратып, билдәһеҙ ир алдаған.

Енәйәтсе үҙен банк хеҙмәткәре тип таныштыра һәм ҡатынды ҡурҡыта, уның исеменә кредит алырға теләүҙәрен хәбәр итә. Уға үҙенә алдан өлгөрөп ҡалырға - кредит алырға һәм аҡсаны «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә тәҡдим итәләр.

Банктан аҡса алғас, ҡатын төрлө мутлыҡ схемалары хаҡында һөйләгән социаль рекламаға иғтибар итә. Шунан һуң ул үҙенең аферистар ҡорбаны булғанын аңлаған. 

Ул шылтыратыуҙарға яуап бирмәй башлаған һәм полицияға мөрәжәғәт иткән. Мутлыҡ ҡылыу осрағы буйынса хоҡуҡ һаҡлаусылар енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

 

Сығанаҡ: resbash.ru

 
 
Фото редакция архивынан
Автор:
Читайте нас